Мәскәүҙә үткән ХIV “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Рәсәй тимер юлдары" йәмғиәте генераль директоры-идара рәйесе Олег Белозеровенән осрашты.
Эшлекле осрашыуҙа яҡтар республикалағы тимер юл инфраструктураһын яңыртыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Һүҙ Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы дауам итеү тураһында барҙы. Быйыл декабрҙә уның тәүге этабы тамамлана.
– Вокзалды реконструкциялауҙың тәүге этабын тамамлау – беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Оҙаҡ барған ваҡиғаның ахырына яҡынлашабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Реконструкциялауҙың икенсе этабы буйынса эште бергәләп дауам итергә теләйбеҙ.
2021 йылда эштең икенсе сиратында 2-се һәм 3-сө платформаларҙы яңыртыу, ер аҫтындағы йәйәүлеләр тоннелен 4-се платформаға тиклем оҙонайтыу күҙаллана. Өфөнө көньяҡтан урап үткән тимер юлды яңыртыу тикшерелгән төп мәсьәләләрҙең береһе булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡала аша үткән йөк поездарының күпселеге транзит булып тора, уларҙы урау юлдан ебәреү республиканың баш ҡалаһында йылдам ҡала яны тимер юл бәйләнешен ойоштороу һәм ҡулса буйлап йөрөгән юғары тиҙлекле ҡала электричкаһын ебәреү (шул иҫәптән Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара аэропорты аша) мөмкинлеген бирәсәк. Халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртасаҡ проект буйынса эш башланған да инде. Республика уны тормошҡа ашырыуҙың финанс моделен төҙөгән. Эштең бөтә этаптары тамамланғас, Башҡортостан Рәсәйҙә, Мәскәү өлкәһенән ҡала, ҡулса тимер юлы булған икенсе төбәккә әүереләсәк.
“Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте етәксеһе ҡала-яны пассажирҙар ташыу өлкәһендә төбәк менән конструктив хеҙмәттәшлекте билдәләне. Осрашыу йомғаҡтары буйынса яҡтар барлыҡ мәсьәләләрҙе ике яҡлы эш төркөмдәре нигеҙендә хәл итергә килеште.