Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2020, 01:55

Артҡандан арта бара...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 124 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 12933-кә етте. Һауыҡҡандар – 11 326 (һуңғы тәүлектә 51 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 73.
Башҡортостан стационарҙарында – 368 (шул иҫәптән 36 кеше ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1166 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 590 022 тикшереү үткәрелгән, 1 538 219 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 11 473 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 394 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 391 пациент дауахананан сығарылған.
Фото; Олег Яровиков
Читайте нас: