Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ (“Ростуризм”) етәксеһе Зарина Догузованың эш осрашыуы булды.
Улар Башҡортостандағы туризм тармағының быйылғы эше йомғаҡтары һәм үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Атап әйткәндә, “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарын үҫтереү, “Башҡортостан йөрәге”, “Ҡөҙрәтле Ирәмәл” туристик-рекреация кластерҙарын төҙөү хаҡында һүҙ барҙы. “Морат” ғаилә курортын яңыртыу тураһында ла һөйләштеләр.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, федераль ярҙам менән ул Рәсәйҙәге иң ҙур тау саңғыһы комплекстары иҫәбенә инә ала. Проект трассалар һанын арттырыуҙы, өр-яңы рекреация һәм туристик объекттарын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Билдәләнгән план тормошҡа ашҡан осраҡта, “Морат” саңғы трассалары оҙонлоғо буйынса илдә икенсе урынға сығасаҡ.
– Быйыл йәй республикалағы тәбиғәт биләмәләренә ихтыяждың ҙур икәнлеген күрҙек. Пандемия осоронда туристар күләме 2019 йылғы кимәлдән өсләтә юғары булды. Йәй көндәрендә беҙгә ике миллиондан ашыу кеше килгән, – тине Радий Хәбиров. – 2024 йылға был күрһәткесте 3,5 миллионға тиклем күтәрергә ниәтләйбеҙ. Әле өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмау мөһим. Башҡортостан Рәсәйҙең туристарҙы күпләп йәлеп иткән төбәктәренең береһенә әүерелһен өсөн артабан да эшләргә кәрәк.