Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 19:50

Айгөл - бүләкләнеүселәр араһында

“Йыл стандартизаторы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт премияһына дәғүә иткән конкурс дипломанттары араһында Урал пружина заводының бүлек начальнигы Айгөл Ирбулатова ла бар. Ул “Предприятиеларҙа стандартлаштырыу хеҙмәтен булдырыуға һәм уның эшенә индергән өлөшө өсөн” номинацияһында билдәләнде.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы, Бөтә донъя сифат көнө уңайынан, Башҡортостан Республикаһының стандартлаштырыу, метрология һәм һынау дәүләт төбәк үҙәгендә үтте. Илдең сәнәғәт предприятиелары, фәнни һәм иҡтисади структуралар вәкилдәре премия лауреаттары, дипломанттары исеме өсөн көрәште. Конкурста Рәсәйҙең 60 сәнәғәт предприятиеһы, фәнни-тикшереү институттары, конструкторҙар бюроһы, техник комитетынан 117 вәкил ҡатнашты. Бәйгенең премия советы һәм милли комиссияһы составына Рәсәйҙең стандартлаштырыу органы, техник комитеты, юғары белем биреү һәм һәм фәнни учреждениелар белгестәре инде.
Айгөл Ирбулатова предприятиела 2013 йылдан эшләй. Юғары уҡыу йортоноң “Стандартлаштырыу һәм сертификациялау” буйынса һөнәри белеме булған белгес Урал пружина заводы бүлеген етәкләй. Йәш белгестең туған заводында эш сифатын күтәреү буйынса эшләнгән проекттары байтаҡ.
Читайте нас: