Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 19:50

Николаевкала - яңы туристик база

Николаевкала ике еңел төҙөлгән йорто һәм йәмәғәт майҙансығы булған яңы турбаза барлыҡҡа киләсәк.

Николаевкала ике еңел төҙөлгән йорто һәм йәмәғәт майҙансығы булған яңы турбаза барлыҡҡа киләсәк.
“Дом61” проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Рәсәй туризмы грантын туризм буйынса белгес, Башҡортостанда сәйәхәт итеү блогы авторы Рина Гринберг отто. Грант суммаһы, берлектә финанслау шарты менән, өс млн. һум тәшкил итә.
Эко-туризмды үҫтереү һәм рекреацион кластерҙарҙы булдырыуға Стратегик инициативалар агентлығы федераль конкурс ойошторғайны. Башҡортостандан ике проект - “Мәғрүр Ирәмәл” һәм “Башҡортостан йөрәге” туристик-рекреацион кластерҙары финалға сыҡты. Рәсәй туризмы шарттары буйынса, ошо кластерҙар биләмәһендә урынлашҡан проекттар өҫтәмә өс балл алыу мөмкинлегенә эйә. “Мәғрүр Ирәмәл”дән бер проект үтеп, Николаевка ауылында ике йорт төҙөүгә һәм йәмәғәт урындары булдырыуға хоҡуҡ алды. Проектҡа ярашлы, йорттар күп балалы ғаиләләргә (8 кешегә тиклем) иҫәпләнгән.
Рина Гринберг бер нисә йыл элек Николаевкала йорт һатып ала. Ремонт эштәре башланыу менән социаль селтәрҙәрҙә сәхифә булдырып, реконструкция барышы тураһында таныштырып бара.
- Үҙ көсөбөҙ менән генә быны йырып сыға алмаҫыбыҙҙы белдек, шуға ла грант ярҙамына өмөтләндек. 1 декабрҙә төҙөкләндереү эшен башлап, туристик миҙгел асылыуға - 31 майға тиклем тамамларға уйлайбыҙ, - ти Рина Гринберг. - Йорт үҙенә йәлеп итеп торорға, тәҙрәләрҙән матур күренештәр асылырға тейеш, ял итеүселәргә аралашыу өсөн йәмәғәт урындары булдырыла.
Туристик база асылғандан һуң урындағы халыҡты ла йәлеп итеү ҡаралған. Улар, үҙ нәүбәтендә, туристарға ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итеп, экскурсиялар ойошторасаҡ. Рина Гринберг белдереүенсә, Николаевка һәм күрше Мәхмүттә бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Шулай уҡ Башҡортостандан 11 проект туризмды үҫтереү буйынса проекттарға ярҙам итеү конкурсы еңеүсеһе булды.
Читайте нас: