Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 19:48

Спорт мәктәбе автобуслы булды

Ошо көндәрҙә Белорет спорт мәктәбе «Ford transit» микроавтобуслы булды.

Ошо көндәрҙә Белорет спорт мәктәбе «Ford transit» микроавтобуслы булды.
Яңы техника “Демография” милли проектының “Спорт - тормош нормаһы” федераль программаһы сиктәрендә алынды. Программаға ярашлы, бындай автомобилдәр республиканың йыйылма командалары өсөн спорт резервы әҙерлеге алып барған, юғары һөҙөмтәләр күрһәткән спорт мәктәптәре һәм учреждениеларына бирелә.
18 урынлы уңайлы яңы микроавтобус Белорет спорт мәктәбе өсөн бик ҡулай булды. Спорт мәктәбендә әлеге көндә спорттың 21 төрө буйынса ике меңгә яҡын спортсы шөғөлләнә. Хәҙер республика һәм төбәк кимәлендә үткән спорт ярыштарына барыу ҙа уңайлы һәм тиҙ буласаҡ.
Читайте нас: