Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 11:35

Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың онлайн-фестивале башлана

Республикала башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың «Үлемһеҙ йырҙар» онлайн-фестивале башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

Республикала башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың «Үлемһеҙ йырҙар» онлайн-фестивале башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.
Фестивалдә 16 йәштән 65 йәшкә тиклем башҡорт оҙон көйөн һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнаша ала. Бының өсөн башҡорт халыҡ йырын башҡарып, өс минуттан артмаған видеороликты #үлемһеҙйырҙар2020 хэштегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.
Онлайн-фестивалгә йомғаҡ 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә яһала.
Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50.
Читайте нас: