Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 13:50

Күңел моңон аманат итеп

Сосновка мәҙәниәт йортонда үҙенсәлекле моң эйәһе, мәшһүр ҡурайсы Талип Латиповтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған хәтер кисәһе уҙҙы.

Сосновка мәҙәниәт йортонда үҙенсәлекле моң эйәһе, мәшһүр ҡурайсы Талип Латиповтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған хәтер кисәһе уҙҙы.Йылы хәтирәләр, танһыҡ моңдар менән һуғарылған сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, виртуоз ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, арҙаҡлы яҡташыбыҙ, оҫта ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Ринат Ғайсин, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәров, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Шәрәфетдинова, Сосновка мәҙәниәт йортоноң Талип Латипов исемендәге ҡурайсылар класы етәксеһе Дамир Хәсәнов һәм Талип Хәйретдин улының балалары, яҡын туғандары ҡатнашты.Зыяратта Әнисә һәм Талип Латиповтарҙың рухына доға ҡылынғас, кисә мәҙәниәт йортоноң тамаша залында дауам итте. Хакимиәт башлығы Азамат Тимербулат улының ихлас сәләмләүенән һуң һүҙ Ранис Алтынбаевҡа бирелде:- Яңы һулыш алған мәҙәни усаҡта Талип Латиповтың исемен мәңгеләштереп, ҡурай класы асылыуы барыбыҙ өсөн дә оло мәртәбә. Дамир Басир улы етәкселек иткән төркөмдә бөгөн туғыҙ бала ҡурай серҙәренә төшөнә. Киләсәктә, бәлки, ошо уҡыусыларҙың кемеһелер төбәгебеҙҙең дан ҡаҙанған ҡурайсыһы булып китер. Үҙ сиратымда, Мәҙәниәт ми-нистрлығы исеменән ҡурай класына - туғыҙ ҡурай, халҡыбыҙҙың үлемһеҙ моңдары тупланған компакт-диск, әүҙем эшмәкәрлек алып барған ауыл китапханаһына ҡумыҙ бүләк итәм. Арҙаҡлы уҙаман хөрмәтенә хәтер һәм ҡәҙер кисәләре ойошторған барлыҡ яҡташтарыма ҙур рәхмәт, - тине ул сығышында. Ранис Рәйес улы шулай уҡ Талип ҡурайсы менән осрашыу мәлдәренең онотолмаҫ хәтирәләре менән дә бүлеште.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Усман улы ла ҡурай уйнау маһирлығын еҙнәһе Талип Хәйретдин улынан үҙләштергән икән.- Талип Латипов мәшһүр ҡурайсы ғына түгел, ә иң элек ғәжәп тәүфиҡлы, инсафлы, яҡты күңелле, мөрәүәтле кеше ине. Ғаиләлә баш бала булараҡ яуаплылығы, өлгөлө тәртибе, ярҙамсыллығы менән айырылып торҙо, - тип йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты аҡһаҡал. Уның тарафынан башҡарылған тәрән мәғәнәле “Ҡалды” көйө иһә нәҡ Талип ҡурайсы күкрәгенән урғылған илаһи моңдарҙы ишеттергәндәй булды.Талип Латипов исемендәге ҡурай класы етәксеһе Дамир Хәсәнов та арҙаҡлы яҡташыбыҙ менән осрашҡан мәлдәрен һөйләп, ҡурайҙа “Сухановский” көйөн уйнаны.Сығышын дәртле ҡурай моңдары менән башлап, тамаша залын “уятып”, елкендереп ебәргән билдәле музыкант Роберт Юлдашев яҡташыбыҙҙың үҙе өсөн ни ҡәҙәрем олуғ шәхес булыуын, ул уйнаған ҡурайҙың сихри көсөн, боронғолоҡ менән ауаздашлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Оло талант эйәһенә ҡарата хәтерҙе ихтирам итеп ян-яҡтан йыйылған ҡунаҡтар менән бер рәттән сәхнәгә Талип Хәйретдин улының зат-зәүере лә күтәрелде. Уларҙың барыһы ла ҡурайсының игелеклелеген, туған йәнлелеген билдәләп үтте, матур хәтирәләре менән бүлеште. Өс уланға ғүмер биргән Латиповтарҙың кин-йәләре Рәүеф Талип улы, үҙ сиратында, хәтер кисәһен ойоштороусыларға, килгән ҡунаҡтарға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.Сара Радмир Әхтәмов, “Елмерҙәк” этно-рок төркөмө, “Иҙел” ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында ҡурайҙа көйҙәр, дәртле йырҙар менән үрелеп барҙы.
Читайте нас: