Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 15:55

Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы изоляцияла

Рәсәй йыйылма командаһының биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында сығыш яһамауы ихтимал. Өфө спортсыһы Антон Бабиков яңы коронавирусҡа ыңғай тест тапшырған. Һуңыраҡ ике табиптың һәм массаж яһаусының ыңғай һөҙөмтәләре билдәле булды, тип хәбәр итте киң мәғлүмәт саралары.

Шуға бәйле рәсәйҙәр Контиолахтиҙа (Финляндия) изоляцияла ултыра, ярыштар йома көндө башлана. Хәбәр ителеүенсә, Рәсәй командаһының сығышы тураһында ҡарар 26 ноябрҙә ҡабул ителә.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан биатлоны тәрбиәләнеүселәре Антон Бабиковтың һәм Эдуард Латиповтың Рәсәй исеменән Донъя кубогының беренсе этабында ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: