Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова 26 ноябрҙә социаль селтәрҙә йыл һайын социаль приюттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларға яңы йыл бүләктәре әҙерләгән бизнес-партнёрҙарға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итте.
«Тәмле-татлы бүләктәрҙе бик күп килтерәләр, тәрбиәселәр йыл да яңы йыл каникулы ваҡытында балаларҙың һаулығы өсөн борсола: аллергия, ашҡаҙан аҫты биҙе ауыртыу, теш һыҙлау, — тип яҙҙы министр. — Партнёрҙарыбыҙға мөрәжәғәт итеп, бергәләп балаларҙы дөрөҫ туҡланырға һәм ҡыҙыҡлы шөғөлдәргә өйрәтергә тәҡдим итәм. Ҡәҙерле дуҫтар, балаларға уйынсыҡтар, өҫтәл уйындары, ижад, спорт өсөн уйындар, открыткалар бүләк итегеҙ, ҡыҙҙарға — матурлыҡ һәм үҙеңде тәрбиәләү саралары. Быларҙың барыһы ла файҙалыраҡ! Мине аңларһығыҙ тип ышанам!».