Ҡатмарлы эпидемиологик хәл һәм коронавирус менән яңынан сирләгән кешеләрҙең күп булыуын иҫәптә тотоп, республиканың Фән һәм мәғариф министрлығы өйҙән уҡыу тәртибен дауам итергә тәҡдим итте. Оператив штаб ағзалары был тәҡдимде хупланы.
Шулай итеп, 6-10 класс уҡыусылары был осорҙа дистанция режимында уҡыуҙы дауам итәсәк. Беренсенән бишенсегә тиклем һәм 11 класс уҡыусылары элеккесә мәктәпкә барып уҡыясаҡ. Башҡортостандың аҙ комплектлы мәктәптәре өсөн дә ғәҙәти режим һаҡланып ҡаласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта коронавирус инфекцияһы таралыу коэффициенты 0,5-тән артмаған 23 муниципалитеттағы мәктәптәрҙә бөтә кластар ҙа ғәҙәти уҡыу тәртибенә күсә. Был Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош райондары һәм Сибай, Межгорье ҡалалары.