Башҡортостанда 30 ноябрҙә ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҙыу бәйләнеш асыла. «Ғаилә» республика ресурс үҙәге һәм «Мөхәббәт» кризис үҙәге белгестәре көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 2-гә тиклем шылтыратҡан гүзәл заттарға үҙҙәренең кәңәштәрен бирә.
«Бөтә шылтыратыуҙар ҙа аноним һәм бушлай, - тип белдерҙе ойоштороусылар. - Ярҙам һорау оят та, ҡурҡыныс та түгел».
Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ:
— өйҙә йәберләү билдәләре;
— ғаилә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү;
— ғаилә эсендәге низағтар ваҡытында үҙеңде яҡлау ысулдары;
— ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға психологик ярҙам;
— яҡындарға нисек ярҙам итергә;
— ғаиләлә йәберләнеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы хоҡуҡи яҡлау.