Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 10:55

“Урал легендаһы” юлға сыға

Мәғлүм булыуынса, 5 декабрҙән ял көндәрендә “Урал легендаһы” ҡала-яны поезы йөрөй башлай. Ул Өфө–Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса хәрәкәт итә.

Мәғлүм булыуынса, 5 декабрҙән ял көндәрендә “Урал легендаһы” ҡала-яны поезы йөрөй башлай. Ул Өфө–Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса хәрәкәт итә.
Поезд иртән 07.06 сәғәттә ҡуҙғала. Дим, Өршәк, 102-се саҡрым (“Асы” шифаханаһы), Инйәр, Айғыр, Белорет станциялары аша үтеп, көндөҙгө 01.07 сәғәттә Абҙаҡта була. Яңы Абҙаҡтан Өфөгә киске сәғәт 11.17-лә ҡуҙғала.
Бер яҡҡа юл хаҡы - 686 һум 40 тин, ә көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар өсөн 50 процент ташлама ҡаралған. Бынан тыш, “Урал легендаһы” ҡала-яны поезына билетты күрһәтеп, Яңы Абҙаҡ вокзалынан “Абҙаҡ” тау саңғыһы комплексына бушлай барырға һәм кире вокзалға тиклем килергә мөмкин. "Урал легендаһы" ҡала-яны поезына билет һатып алған осраҡта, 700 һумға курорт трассаларында 4 сәғәт шыуыу өсөн ски-пасс (канат юлы өсөн билет) алыу мөмкинлеге бирелә.
Ҡышын әүҙем ял итергә яратҡандар “Морат” һәм “Абҙаҡ” тау саңғыһы базаларына күпләп ағыла. Республика етәкселеге ҡарары менән, туристарға уңайлы булһын өсөн һәм был төбәктә туризмды үҫтереү маҡсатында, “Урал легендаһы” туристик кластеры үҫтерелә. Уны бойомға ашырыу барышында, 2017 йылдың ноябрендә “Урал легендаһы” поезы йөрөй башланы.
Читайте нас: