Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 11:25

Вакцина декабрь башында киләсәк

“Башҡортостанға коронавирус инфекцияһынан вакцина декабрь башында киләсәк, – тип белдерҙе республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Уны ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ. “Спутник V” вакцинаһын һаҡлау урындары булдырылды. Вакцина менән нисек эшләү хаҡында тейешле инструктаж уҙғарылды”.

Министр шулай уҡ республикала 30 ноябргә ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 14 264-кә етеүен әйтеп үтте. Тәүлек эсендә 138 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Әле стационарҙарҙа ятыусылар – 537. 37-һенең хәле ауыр, 14-е яһалма һулыш аппаратында ярҙамында тын ала. Участка табибы тәғәйенләгән дауаны өйөндә алыусылар – 1 723.
Республикала барлығы 11 922 кеше мәкерле вирусты еңеүгә өлгәшкән, 32-һе һуңғы тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
Үкенескә ҡаршы, аҙаҡҡы тәүлектә COVID-19-ҙан тағы бер яҡташыбыҙ – Өфөлә йәшәүсе 1937 йылғы уҙаман донъя ҡуйған. Ул, коронавирустан тыш, диабет менән ауырыған, юғары ҡан баҫымынан һәм артыҡ ауырлыҡтан да интеккән икән. Инфекция ҡорбандары республикала 82 булып китте...
Дауахананан тыш пневмония бер тәүлектә 387 яҡташыбыҙҙа табылған. Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуынан һауығып стационарҙан сығыусылар – 390.
Фото: progorodsamara.ru
Читайте нас в