"Һылыуҡай-2020" Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһе тамамланды. Быйыл конкурс үҙенсәлекле булды: унда Башҡортостанда ғына түгел, ә сит өлкәләрҙә йәшәгән ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.
Бәйгенең Рәсәй статусында үтеүебик мөһим. Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Татарстан, Ханты-Манси, Пермь яҡтарынан килгән ҡыҙҙар үҙҙәре менән матур итеп саф әҙәби башҡорт телендә таныштырҙы. Эйе, ситтә үҫкәндәр әҙәби телде белеп бөтмәй, урындағы диалектта аралаша. Тик конкурс өсөн улар тырышып әҙәби телдә һөйләшергә өйрәнгән. Шуныһы ҡыуандыра: ҡыҙҙар ситтә үҫһә лә, шул ҡәҙәр рухлы, ырыуҙарын, йолаларын яҡшы беләләр. Улар, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу көнөн көтәбеҙ, үҙебеҙҙе башҡорт тип танытасаҡбыҙ, ти. "Беҙ ситтәге башҡорттар түгел, ә Оло Башҡортостандың бер өлөшөбөҙ", - ти улар!
Үҙебеҙҙең ҡыҙҙарға килгәндә, улар Өфө, Бөрйән, Мәләүез, Балаҡатай, Яңауыл, Мәсетле, Учалы, Нефтекама яғынан. Был һылыуҡайҙар шулай уҡ башҡортлоғо менән ғорурланыуын белдерҙе, республика өсөн лайыҡлы шәхестәр булырға теләгәнен әйтте.
Ҡыҙҙар билдәле Рәсәй дизайнеры Игорь Гуляевтың кейем коллекцияһын тәҡдим итте, жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сығыш күптәрҙе тетрәндерҙе. Шулай уҡ ҡыҙҙар бейеү оҫталығын күрһәтте, "Аманат" төркөмө егеттәре менән бергә һомғоллоғон күрһәтте.
Билдәле булыуынса, "Йәшлек шоу-2020" конкурсы ла Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола. Уның төбәк кимәле еңеүселәре сараны сағыу сығыштары менән биҙәне.
Жюри ағзалары ла бик абруйлы булды. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, билдәле Рәсәй дизайнеры Игорь Гуляев, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Алмас Әмиров, актриса, 1994 йылғы "Һылыуҡай" еңеүсеһе Рушана Бабич һәм башҡалар бар.
Һәр һылыуҡайға һандыҡ бүләк ителде. Башҡорт халҡында ул — тарих һаҡсыһы, генетик хәтерҙе тотоусы. Килен булып төшкән ҡыҙ кейәү йортона һандыҡ менән килә. Әлеге сарала ла ул символик мәғәнәле бүләк булды. Уны ҡыҙҙарға, нәсихәтен әйтеп, Розалия Солтангәрәева тапшырҙы.
Бына иң тулҡынландырғыс мәл етте. Тәүҙә төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Артабан тәүге урындарға лайыҡтар асыҡланды. Шулай итеп, өсөнсө урын Мәләүездән Дилә Вәлиевала, Көйөргәҙенән Розалина Ибраһимовала, Бөрйәндән Эльвина Семеновала. Икенсе баҫҡыста иһә – Ырымбурҙан Лениза Солтанғужина һәм Пермдән Гүзәл Назарғолова. Ә беренсе урын – Сибайҙан Шәүрә Яхинала.
Гран-приҙы иһә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы. Автомобилгә – Учалынан Ләйсән Шөғәйепова лайыҡ булды!
"Башҡортостан" гәзитенән. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.