Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 16:20

Аҙнағолда ҡотороу сиренә карантин индерелде

Яңыраҡ ауыл халҡына һөжүм иткән бүрелә хәүефле вирус барлығы асыҡланған.

Яңыраҡ ауыл халҡына һөжүм иткән бүрелә хәүефле вирус барлығы асыҡланған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, ауылда 30 ноябрҙән карантин иғлан ителде. Шуға бәйле ауылда йорт хайуандары менән һатыу итеү, күргәҙмәләр ойоштороу, хайуандарҙы биләмәнән сығарыу ҡәтғи тыйыла.
Белеүебеҙсә, 8 ноябрҙә Аҙнағолда йәшәгән оло йәштәге ике кешегә бүре һөжүм итә. Улар йыртҡыстан саҡ ҡотолоп, йорттарына инеп ҡотола. Уларҙы дауаханаға оҙаталар. Йыртҡысты ваҡиға урынына килгән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре атып үлтерә. Белгестәр бүрене тикшергәс, анализдар ҡотороу вирусы барлығын күрһәткән. Әлеге ваҡытты йыртҡыс менән бәйләнешкә ингән һәр кемгә медицина ярҙамы күрһәтелә.
Читайте нас: