Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 16:15

Ҡала паркы төҙөкләндереләсәк

Санкт-Петербургтан “Orshestra-Desiqn” студияһы архитекторҙары Карина Ашрапова һәм Марина Добычина белореттар менән осрашты.

Санкт-Петербургтан “Orshestra-Desiqn” студияһы архитекторҙары Карина Ашрапова һәм Марина Добычина белореттар менән осрашты.
Архитекторҙар ҡала паркын төҙөкләндереү буйынса пландары менән уртаҡлашты. Киләсәктә ҡала паркында кафе, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, спорт тренажерҙары, ғаилә менән ял итеү зоналары була. Парк уртаһында йәйен скейт-парк, ә ҡышын ғаилә катогы урынлаштырыласаҡ. Сәхнә, бейеү майҙансыҡтары эшләйәсәк. Белорет йыр-моң һөйөүселәренә лә һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлеге асыласаҡ. Яңы өс ҡатлы ҡунаҡхана төҙөү ҙә ҡаралған.
Белореттар архитекторҙарҙың пландарын хупланы һәм үҙҙәренең дә фекерҙәрен белдерҙе.
Муниципаль район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: