Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 15:55

Һай, шәптәр ҙә инде!

Республикала “Иң яҡшы социаль проект-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы тамамланды. Проектҡа ярашлы, граждандарҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеү алымы һәм иң яҡшы тәжрибәләре билдәләнде.

Республикала “Иң яҡшы социаль проект-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы тамамланды. Проектҡа ярашлы, граждандарҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеү алымы һәм иң яҡшы тәжрибәләре билдәләнде.
Төбәктәрҙә социаль өлкә үҫеше һәм социаль эшҡыуарлыҡтың яңы йүнәлештәрен ойоштороуҙа иң яҡшы проекттарҙы асыҡлау йәһәтенән үткәрелгән конкурста ҡала-райондан өс ҡатнашыусы төрлө номинациялар лауреаттары булды. “Урал спорт инвентарҙары заводы”ның генераль директоры Азат Вилданов “ “Бизнес-профи”, “Кораблик” балалар үҙәге етәксеһе Юлия Щипанова “Өҫтәмә белемде үҫтереүҙәге өлөшө өсөн” һәм “Тема” балалар үҙәге етәксеһе Юлия Кузнецова “Профессионаллек һәм оҫталыҡ” номинацияларында иң яҡшылары рәтендә.
Читайте нас в