Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 16:00

Беҙҙекеләр - беренсе

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса төп идаралығында “Граждандар оборонаһы өлкәһендә һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес” исеменә республика конкурсының финал этабы тамамланды.

Граждандар оборонаһы өлкәһендә бурыстарҙы хәл итеү белгестәренең статусын күтәреү йәһәтенән үткәрелгән конкурс Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 30 йыллығына бағышланып тәүге тапҡыр дистанцион форматта үткәрелде. Конкурста республиканың 54 муниципаль берәмеге белгестәре ҡатнашты.
“Муниципаль райондар араһында иң яҡшы белгес” категорияһында беренсе урынды муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм гәҙәттән тыш хәлдәр секторы етәксеһе Сергей Ляпин яуланы. Ул был вазифала 2016 йылдан бирле эшләй.
Муниципаль район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: