Сыуаш Республикаһының Новочебоксарск ҡалаһында спорт һәм хәрби самбо буйынса ярыштар үтте. Спорт мәктәбенең самбо түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр ҙә ҡала намыҫын лайыҡлы яҡланы. Үҙ категорияларында Радмир Мостафин алтынға лайыҡ булды. Андрей Степанов - II, Делавира Вәлиева - III урындарҙа. Вадим Солтанов, Эмиль Абдиянов, Азамат Шаһимырҙанов юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Тренерҙары Юлия Котт, Руслан Мостафин булған спортсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.