Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 7 декабргә COVID-19 йоҡторғандарҙың һаны тураһында мәғлүмәттәрҙе хәбәр итте.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Динара Еникеева һүҙҙәренсә, яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәр һаны 15 265-гә етте. Уҙған тәүлектә 144 сирле өҫтәлде. Мәрхүмдәр һаны өсәүгә артты, хәҙер улар – 92 кеше.
Ауырыу йоҡторғандарҙың 48% - 26-50, 22% - 51-60 йәштә.
Әле 580 пациент стационарҙа: 11-е - үпкәне яһалма елләтеү аппаратында, 17-һе – реанимацияла. 2 174 кеше сирҙе еңелсә формала үткәрә.
Хәҙер йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә 4 252 пациент дауалана, тип билдәләне Динара Еникеева.