Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 15:45

Ковид традицияларҙы үҙгәртә

Башҡортостанда мәктәпкәсә учреждениеларҙа Яңы йылды байрам итеү мәсьәләһе хәл ителде: балалар өсөн иртәлектәр була, ләкин коронавирусҡа бәйле бер ни тиклем сикләүҙәр индерелә.

Башҡортостанда мәктәпкәсә учреждениеларҙа Яңы йылды байрам итеү мәсьәләһе хәл ителде: балалар өсөн иртәлектәр була, ләкин коронавирусҡа бәйле бер ни тиклем сикләүҙәр индерелә.
Был турала республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
«Мәктәпкәсә учреждениеларҙа яңы йыл иртәлектәре төркөмдәрҙә генә була, әммә ата-әсәләр ҙә, олатай-өләсәйҙәр ҙә ҡатнаша алмай. Ситтән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу костюмын кейгән өлкәндәрҙе, шулай уҡ операторҙарҙы саҡырмаҫҡа, ә байрам иртәлектәрен белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре көсө менән үткәрергә кәңәш итәбеҙ», — тине министр.
Ведомство башлығы быйыл Республика һәм Кремль яңы йыл шыршыларын ойоштороу тураһында ла һөйләне.
«Аңлашылыуынса, пандемия шарттарында Республика яңы йыл шыршыһын уҙғара алмайбыҙ, ә беҙҙә йыл һайын 800-гә яҡын бала ҡатнаша торғайны. Ләкин балаларға бүләктәрҙе мотлаҡ тапшырабыҙ, улар һатып алынған да инде. Һәр муниципалитет башлығы ошо бүләктәрҙе балаларға тапшыра, — тине Айбулат Хажин. — Кремль яңы йыл шыршыһы буйынса яуап алабыҙ, быйыл ул да булмаҫ, моғайын».
Мәктәптәрҙәге шыршыларға килгәндә, бында, министр һүҙҙәренсә, «ковид йоҡтороу хәүефен кәметеү» өсөн белем биреү ойошмаларына байрамды урамда уҙғарырға тәҡдим ителә.
Читайте нас: