Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 13:25

Төн, көн, төн

Был яҙманы аҙағынаса уҡыһағыҙ, һеҙ мотлаҡ битлек кейәсәкһегеҙ

Был яҙманы аҙағынаса уҡыһағыҙ, һеҙ мотлаҡ битлек кейәсәкһегеҙ
Өс ерләү хеҙмәте автобусы - икәүһе көмөш, береһе ҡара төҫтә - ҡапҡа янында тора. Кәрәкле әйберҙәр, ризыҡ алыпк илгән туғандарҙан хасил сират оҙон булып һуҙылған. Шәп-шәп атлап табиптар үтеп китә - 20 минуттан смена алмашынасаҡ.
15-се дауахана, Мәскәү. 1474 пациент, һуңғы тәүлектә 225 кеше өҫтәлгән.Бөтә дауахана - «күк» һәм диагностика корпустарынан тыш - ҡыҙыл зона. Коронавирусҡа ҡаршы көрәштең 207-се көнө бара.
Ошо 207 көн эсендә нимәләр үҙгәргән?
Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренең күреү һәләте яҡынса ярты диоптрияға насарайған. Артыҡ күп түгел, әммә һиҙелә. Улар ярты йыл дауамында донъяға пластик күҙлек һәм шлем аша ҡарай. Гипоксиянан күптәрҙә баш әйләнеүе күҙәтелә. «Быныһына ла өйрәндек», - тиҙәр. Ҡайһы бер шәфҡәт туташтары төштәр күреүҙән туҡтаған.
ТӨН
Төнгө комендант корпус буйлап атлай һәм рацияны тыңлай. Уның исеме - Виктор Давидович Аносов. Ул - баш табиптың хирургия буйынса урынбаҫары.
Бөгөн төндә комендант булып эшләй, ә иртәгә киске етегә тиклем хирургтар менән обход яһаясаҡ, бер нисә операция көтә.
«Яҙғыһын ике-өс айға, тип уйлағайныҡ. Тиҙ арала еңәсәкбеҙ, тип ышандыҡ. Ә ул бөтмәй. Әлеге ваҡытта берике йылға иҫәп тотабыҙ. Киләһе йылдың йәйенә - мотлаҡ булыр... ».
Тулы кәүҙәле ир секунд һайын тын ала. Күҙҙәре атылып сығып килгәндәй, ҡурҡып ҡарай. Ул быуыла.
«Әгәр интубация эшләмәһәк, сәғәт эсендә үлеүе ихтимал», - ти Виктор Давидович. «Был сирҙе ике аҙнала еңеп була. Бының өсөн Ер йөҙөндәге кешеләр ике аҙна бер-береһе менән бөтөнләй аралашмаҫҡа тейеш. Әммә был мөмкин түгел», - ти ул.
З. исемле сирлене ҡарайҙар, уны башҡа дауахананан алып килгәндәр. «Минең аяғым ауыртты. Ныҡ ауыртты», - ти ул. Ярҙам эҙләгән күҙҙәре әле табипҡа, әле шәфҡәт туташына, йә миңә төбәлә. Доктор Ирина Евгеньевна Харламова одеялды күтәреп, аяҡтарын ҡарай. Уң аяғы һалҡын, ап-аҡ төҫтә. «Тромбоз. Был - ковидтың ғәҙәти эҙемтәһе. Алырға кәрәк. Операция ике сәғәттән»...
Елена КОСТЮЧЕНКО,Юрий КОЗЫРЕВ.
«Новая газета».
Авторҙарҙың ризалығы менән ҡыҫҡартып баҫыла.
Мәҡәләнең тулы вариантын һылтанма аша уҡырға мөмкин:
https://novayagazeta.ru/articles/2020/11/08/87875-noch-den-noch?utm_source=fb&utm_medium=novaya&utm_campaign=nashim-medikam-posvyaschaetsya.etot-tekst-v&fbclid=IwAR3Kh4OqM5Cfn8rzhDv4JnvZts1xxmosL5gqe4EVX1k7JMovmB43Ta1iOMo
Читайте нас: