Башҡортостанда 31 декабрҙә эшләү тураһында ҡарар ҡабул ителде, быйыл ул кесаҙнаға тап килә. «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, ЛДПР-ҙан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 31 декабрҙә – ял итеүҙе, ә уның урынына шәмбе, 26 декабрҙә, эшләүҙе һорап республика етәксеһенә рәсми хат менән мөрәжәғәт иткән.
Билдәләнеүенсә, Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә 31 декабрҙе эш көнө итеп ҡалдырыу, эш ваҡытын бер сәғәткә ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ноябрь аҙағында Дәүләт Думаһы ЛДПР партияһының 31 декабрҙе федераль кимәлдә ял көнө тип иғлан итеү хаҡында закон проектын кире ҡаҡты. Шул уҡ ваҡытта төбәктәргә 31 декабрҙә ял итеү йәки ял итмәү тураһында ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге бирелде.
«Вести.ru» мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең 14 төбәгендә 31 декабрь ял тип иғлан ителде. Ҡырым, Сыуаш Республикаһы, Татарстан, Владимир, Кострома, Белгород, Орел, Рязань, Тула өлкәләрендә һәм ҡайһы бер төбәктәрҙә йәшәүселәр Яңы йыл алдынан ял итә.