Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 01:20

Былтырғы йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров республика халҡына мөрәжәғәт итте.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров республика халҡына мөрәжәғәт итте.
Комитет рәйесе билдәләүенсә, ҡыш етеү менән янғында һәләк булғандар һаны ҡырҡа артҡан.
“Декабрҙең тәүге декадаһында республикала янғында 24 кеше һәләк булған, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. 8 һәм 9 декабрҙә Бишбүләк, Ғафури райондарында утта 4-11 йәштәрҙәге өс баланың һәләк булыуы тетрәндерҙе.
Ғүмерҙәрҙе ҡыйған янғындарҙың өс төп сәбәбе билдәле:
- тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу;
- электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу;
- мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.
Көндәр һалҡынайыу менән күптәр верандала йәки хатта өйҙә тәмәке тартыуҙы хуп күрә. Ә бына 12 кешенең ғүмере тап шул сәбәпле өҙөлгән.
Фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн тәмәкене һүндермәйенсә ташламағыҙ, бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда һәм мейес яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Төҙөк булмаған электр йылытҡыстарын ҡабыҙмағыҙ!
Торлаҡты янғынды иҫкәртеү ҡулайламалары менән йыһазландырыу һөҙөмтәле сара. Ошондай ҡулайламалар республикала 486 кешенең, шул иҫәптән 203 баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалды. Мәҫәлән, 10 декабрь төнөндә Дәүләкән ҡалаһында биш кеше, шул иҫәптән өс бала янғын иҫкәрткесе тауышынан уянып, ут ялмап алған торлаҡтан сығып ҡотолған.
Һәм иң мөһиме – балаларығыҙ менән бергәләп янғында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ. Ошо алымдарҙы аныҡ белгән осраҡта ғына фажиғәләргә юл ҡуйылмаясаҡ.
Янғынды үҙаллы һүндерергә тырышмағыҙ!
Таныштарығыҙҙы ҡарауһыҙ, шулай уҡ балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре әсәләрҙең һәм уларҙы үтәмәү сәбәпле ҡорбан булғандарҙың туғандарының әсе күҙ йәше менән һуғарылған. Талаптарҙы үтәгеҙ! Туғандарығыҙ һәм эргә-тирәләге башҡа кешеләр тарафынан уларҙы боҙоуға юл ҡуймағыҙ! Бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы янғынға бәйле фажиғәләрҙән һаҡлап ҡала алабыҙ”, – тине Фәрит Ғүмәров.
Читайте нас: