Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 14:05

Сир бер кемде лә аямай

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телендә башланы. Ул республика халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы һәм туған телдәрҙе һаҡларға саҡырҙы

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телендә башланы. Ул республика халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы һәм туған телдәрҙе һаҡларға саҡырҙы.
Артабан эш ғәҙәти тәртиптә дауам итте. Иң тәүҙә коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәрҙе тикшерҙеләр. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин доклад менән сығыш яһаны. Шулай Башҡортостанда дөйөм сирлеләр һаны 16317 кешегә еткән. Тәүлек эсендәге үҫеш – 154 яңы осраҡ. 756 кеше дауаханала, 642 пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта, 25 кеше реанимацила, 12 кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Һәләк булғандар һаны әлегә – 100 кеше. Үткән аҙнала 106 кеше һауығып сыҡҡан.
Ковидты асыҡлау өсөн 25 лаборатория эшләй, уларҙың алтыһы шәхси. Тәүлегенә 11 мең самаһы тикшереү үткәрелә.
– Әлеге ваҡытта республика дауаханаларында коронавирус өсөн 6400 урын бар, уларҙың 74 проценты тулған. Барлыҡ дауаханалар ҙа шәхси һаҡланыу саралары, дарыуҙар һәм диагностика ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Амбулатор дауа алған пациенттарҙы дарыу менән тәьмин итеү дауам итә, – тине министр.
13 декабрҙә республикаға коронавирустан өсөнсө партия вакцина килгән. Уның күләме 1900 доза. Улар тиҙ арала дауалау учреждениелары буйлап таратыласаҡ. Тәү сиратта табиптар, уҡытыусылар һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә прививка ҡуйыласаҡ.
Быға тиклем тәүҙә 40, унан һуң 1200 доза вакцина алынғайны. Әле уның 97 процентын һалғандар.
Фото: Яндекс.Новости
Читайте нас: