Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 02:20

Гран-при - "Мәргән уҡсы"ларҙа

Башҡорт теле көнөнә арнап үткәрелгән сарала “Тамға” I Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының төп еңеүсеһе иғлан ителде. Гран-приға “Мәргән уҡсы” ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин лайыҡ булды.

Еңеүсегә 300 мең һумлыҡ сертификатты республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.
“Башҡорт милли костюмы – реконструкция” номинацияһында улус старшинаһы образын кәүҙәләндереү конкурсантҡа еңеү килтерҙе. Милли кейем тарихи өлгөгә нигеҙләнеп тергеҙелгән.
Кисәлә 1-се урынға лайыҡ булғандарҙың да исемдәре билдәле булды. Улар:
“Башҡорт милли костюмы – реконструкция” номинацияһында – Роберт Хәмиҙуллин (Өфө ҡалаһы);
“Башҡорт милли биҙәүестәре” — Рөстәм Дәүләтов (Өфө ҡалаһы);
“Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары” – Гөлдәр Шабиева (Салауат районы);
“Заманса авторлыҡ костюмы” – Роза Юлдашбаева (Өфө ҡалаһы).
Лауреаттарға 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.
Фото: “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталы.
Читайте нас: