Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 01:45

Ҡулға алынды

Әбйәлил районының Ишбулды ауылында булған янғынды тикшереү дауам итә. Контрагенттарҙы тикшереү буйынса kartoteka.ru порталында билдәләнеүенсә, ҡарттар йорто өлөшләтә – Рәсимә Мәхийәнова, Зәлиә Мөхәмәтйәрова һәм Рөстәм Фәттәховтыҡы.

Әбйәлил районының Ишбулды ауылында булған янғынды тикшереү дауам итә. Контрагенттарҙы тикшереү буйынса kartoteka.ru порталында билдәләнеүенсә, ҡарттар йорто өлөшләтә – Рәсимә Мәхийәнова, Зәлиә Мөхәмәтйәрова һәм Рөстәм Фәттәховтыҡы.
Әле Белорет район-ара тәфтиш бүлексәһе “Ҡарттар йорт” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе булған 43 йәшлек ҡатынды ҡулға алған. Ул “Яңылышлыҡ менән ике һәм унан күберәк кешене үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле тәфтиш эше бара. Ул тамамланғас, ҡатынды ҡулға алыу мәсьәләһе хәл ителәсәк.
“Тәфтишселәр уның йәшәгән урыны, урындағы үҙидара органдары һәм контроль органдарында тикшереү үткәрә, ҡарттар йорто эшмәкәрлегенә ҡағылышлы документтар алынған һәм өйрәнелә. Кешеләрҙең нилектән үлгәнен һәм янғын сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд экспертизалары билдәләнгән”, – тинеләр ведомствола.
Бынан тыш, “ҡулланыусыларҙың ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәткән, яңылышлыҡ буйынса ике һәм унан күберәк кешенең үлеменә килтергән өсөн” енәйәт эше ҡуҙғатылды. Әле ике эш берләштереп алып барыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғында 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Һәләк булғандар Әбйәлил, Белорет райондарынан, йәнә ике кеше Силәбе өлкәһенән булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғындың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында сығыуы ихтимал.
Өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтар йәшәгән пансионат шәхси йортта урынлашҡан. Унда ике янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ғына булған. Ә утты һүндереү, төтөндө сығарыу һәм башҡа янғын системалары булмаған.
Урынға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һәм башҡа яуаплы кешеләр барҙы.
Шулай уҡ унда Башҡортостандың Баш прокуроры Владимир Ведерников килгән. Ул урынды ҡарап сыҡҡан һәм хоҡуҡ һаҡсылары һәм контроллек итеүсе органдар менән осрашҡан. Баш прокурор бөтә ҡала һәм район прокурорҙарына ошоноң кеүек тәүлек әйләнәһенә кешеләр йәшәгән учреждениеларҙы тикшерергә ҡушты.
Фото: Тәфтиш комитеты.
Читайте нас: