Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документ тексы бөгөн Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указдың яңы редакцияһында бәлиғ булмағандарға ата-әсәһеҙ сауҙа үҙәктәренә барыу тыйылмай. Шулай уҡ бынан алда 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар өсөн индерелгән изоляция тәртибе 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыла.