Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 11:45

«Һеңлекәш» Х «Витторио Венето» халыҡ-ара кинофестивалендә награда алды

«Һеңлекәш» фильмы Италияла Х «Витторио Венето» халыҡ-ара балалар фильмдары кинофестивалендә йәштәр фильмдары араһында иң яҡшыһы булды.

«Һеңлекәш» фильмы Италияла Х «Витторио Венето» халыҡ-ара балалар фильмдары кинофестивалендә йәштәр фильмдары араһында иң яҡшыһы булды.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән картинаның режиссеры – Александр Галибин.
Фильм 2020 йылдың 16 ноябренән 12 декабренә тиклем онлайн форматта күрһәтелде. Конкурс программаһында Ҡытайҙан, Һиндостандан, Рәсәйҙән, Чехиянан, Германиянан һәм Италиянан 12 фильм ҡатнашты. Фестивалдең ойоштороусыһы булып 1995 йылда Италияла нигеҙ һалынған «400 Colpi» коммерцияға ҡарамаған ассоциацияһы сығыш яһаны. Маҡсаты – фестивалдәр, белем биреү курстары, кинематографик күҙәтеү аша аралашыу сараһы һәм мәҙәни үҫеш булараҡ йәш аудиторияны киноға йәлеп итеү.
«Һеңлекәш» хәрби драмаһы Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы тарафынан төшөрөлгән. Таҫма 2019 йылдың 19 сентябрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан экранға сыҡты.
Фильм Мәскәү, Санкт-Петербург, Плесс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Түбәнге Новгород, Төмән, Владимир, Тамбов һәм Туапсе ҡалаларында уҙған фестивалдәрҙә, шулай уҡ Лондонда, Брюсселдә һәм Венала күрһәтелде.
Читайте нас: