Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 13:55

Өфөлә «Устағы бәхет» премияһы булдырылды

Өфөлә һаулыҡ һаҡлауҙың перинаталь өлкәһендә булдырылған «Устағы бәхет» республика премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Өфөлә һаулыҡ һаҡлауҙың перинаталь өлкәһендә булдырылған «Устағы бәхет» республика премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.
Иң яҡшы белгестәрҙе тәбрикләү Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында уҙҙы. «Үҙенсәлекле балалар» Мәрхәмәтлек фонды тарафынан раҫланған, Попечителлек советы ағзаһы Каринэ Хәбирова патронатында үткән награда ауырға уҙған ҡатындарҙы һаҡлау, яңы тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләү, уларға реанимация, абилитация һәм реабилитация саралары уҙғарыу өлкәһендә юғары уңыштарға ирешкән табиптарға тапшырыла.
Еңеүселәрҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары етәкселегендә эксперт советы билдәләгән. Премия лауреаттары араһында Өфө, Белорет, Яңауыл, Нефтекама табиптары бар. 19 номинацияның 2-әүһенә Белорет дауаханаһының район-ара перинатель үҙәге табиптары лайыҡ булды.
«Перинаталь медицина өлкәһендә һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы» номинацияһында баш табиптың акушер-гинекология хеҙмәте буйынса урынбаҫары Фәнил Латипов, «Фәрештә-реаниматолог» номинацияһында иһә яңы тыуған сабыйҙарҙың интенсив терапия бүлексәһе мөдире, анестезиолог- реаниматолог Алексей Яковлев билдәләнде.
Читайте нас: