Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йылдағы матбуғат конференцияһы бара. Быйыл ул Ново-Огарево резиденцияһынан тура бәйләнештә үтә. Конференцияға барлығы 774 журналист аккредитация үткән, былтырғы йыл менән сағыштырғанда ул ике ярым тапҡырға аҙыраҡ.
Был Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең талаптары. Күп төбәктәр менән аралашыу онлайн форматта ойошторолдо.
Ябай кешеләр уға текст формаһында ла һәм "Мәскәү - Путинға" тигән ҡушымта аша һорау бирә алды.
Былтыр Владимир Путиндың тура эфиры 4 сәғәт тә 18 минут дауам иткән ине. Ул ошо арауыҡ эсендә киң мәғлүмәт сараларының 57 вәкиленең һорауына яуап биргән.
Әле һорауҙарҙың күбеһе пандемияға бәйле илдәге хужалыҡ итеүҙең бөтә тармаҡтарына ла ҡағыла.