-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 18:30

Ҡоролтай 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итергә тигән тәҡдим индерҙе

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республикала 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү башланғысы менән сығыш яһаны.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республикала 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү башланғысы менән сығыш яһаны.
Был турала ойошманың киңәйтелгән ултырышында башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин белдерҙе. Тәҡдим Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә ебәрелде. Шуны билдәләп үтәйек: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән республика етәксеһе Радий Хәбиров 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан иткәйне.
Комиссия шулай уҡ Өфөнөң — 450, академик, тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе Нияз Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата «Өфө ҡаласығы-II» («Башҡорт») музей комплексын асыуҙы ойошторорға тәҡдим итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты комиссияларының рәйестәре 2020 йылдағы эш һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне һәм киләһе йылға пландары менән таныштырҙы.
Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева ла коллегаларынан тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Комиссия ағзалары фекеренсә, «Журналистика һәм мәғлүмәт» кадрҙарын әҙерләү йүнәлеше буйынса грант белем биреү программалары, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләгән йәш хеҙмәткәрҙәр өсөн грант программаһы булдырырға кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был башланғыс хуплау тапҡан да инде – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурс иғлан итте.
Комиссия рәйесе урынбаҫары, танылған кинорежиссер Булат Йосопов башҡорт телендәге кинофильмдарҙың тулыһынса дәүләт тарафынан финансланырға тейешлеген билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм министрлыҡтарҙың вәкилдәре ҡатнашты.
Башинформ.