Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 18:20

Пациенттар һаны көндән-көн арта

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы рәсми раҫланған осраҡтар һаны арта барып, 17 меңгә яҡынлашты.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы рәсми раҫланған осраҡтар һаны арта барып, 17 меңгә яҡынлашты.
17 декабргә сирлеләрҙең дөйөм һаны - 16 785. Һуңғы тәүлектә 156 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Әлеге ваҡытта 3 207 кеше ауырый: 840 пациент – дауаханала, 2 367-һе – өйҙә. Сирлеләрҙең 61-е - ауыр хәлдә, ә 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.
Бер нисә тәүлек рәттән республикала кәмендә өс үлем осрағы теркәлә. Шулай итеп, Башҡортостанда коронавирус ҡорбандарының дөйөм һаны 114-кә еткән.
Пандемия башланғандан алып республикала - 13 464, тәүлек эсендә 92 сирле аяҡҡа баҫҡан.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала көн һайын дүрт йөҙгә яҡын дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлә. Бер тәүлектә 391 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, 386-һы һауығып сыҡҡан.
Читайте нас: