-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 13:05

Республика мәктәптәре ноутбуктар һәм интерактив таҡталар менән йыһазландырыла

Әбйәлил, Әлшәй, Бөрйән, Белорет, Йылайыр, Яңауыл һәм башҡа райондар, Ағиҙел, Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында урынлашҡан мәктәптәр техник ҡорамалдар менән тәьмин ителә.

Башҡортостан мәктәптәре дөйөм хаҡы 10 миллион һумлыҡ техник ҡорамалдар менән йыһазландырыла.
Рус һәм башҡорт теле, әҙәбиәте кабинеттарына ноутбуктар, проекторҙар, интерактив таҡталар тапшырыла. Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Республика райондарында (Әбйәлил, Әлшәй, Бөрйән, Белорет, Йылайыр, Яңауыл һәм башҡалар) һәм ҡалаларында (Ағиҙел, Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Өфө) урынлашҡан мәктәптәр техник ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Исемлектә бөтәһе 50 мәктәп.
Документҡа ярашлы, дәүләт милке муниципалитеттарға бушлай бирелә. Ҡорамалдарҙың дөйөм хаҡы — 10 миллион һум тиерлек. Һәр мәктәпкә 187 меңдән 196 мең һумға тиклем аҡса бүленә.