Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2020, 15:15

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәгән өс кешенең теләген тормошҡа ашыра

Башҡортостан Башлығы Ҡыш бабай булып, өс яҡташыбыҙҙың хыялын тормошҡа ашыра.

Башҡортостан Башлығы Ҡыш бабай булып, өс яҡташыбыҙҙың хыялын тормошҡа ашыра.
Туғыҙ йәшлек Михаил Манулин – электрон микроскоп, ә 15 йәшлек Роман Щекатуров өс тәгәрмәсле велосипед тураһында хыяллана. 65 йәшлек Татьяна Буланина күптән ҙур экранлы планшет бүләк итеүҙәрен теләй. Республика етәксеһе «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҡуйылған «Теләктәр шыршыһы»нан ошо өс шарҙы һайлап алды.
«Ошо теләктәрҙе мотлаҡ үтәрмен, – тине Радий Хәбиров. – Был – ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса ғәмәлгә ашырылған бик һәйбәт проект. Ҡатмарлы булған 2020 йылда ул айырыуса мөһим. Сөнки беҙ хәл итергә тейешле пандемияға бәйле мәсьәләләр арҡаһында кешеләр ыҙа сигергә тейеш түгел. Республика хөкүмәтендә һәр беребеҙ ошонда килеп, шыршынан шар алып, унда яҙылған теләкте үтәй, тигән ҡарар ҡабул иттек. Ә былар – Яңы йыл алдынан мөғжизә көткән кескәй балаларҙың һәм һаулыҡ үҙенсәлектәре булған өлкәндәрҙең теләктәре. Бурысыбыҙ – ошо мөғжизәне ысынбарлыҡҡа әүерелдереү».
Белешмә
«Теләктәр шыршыһы » Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етем балаларҙың, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм һаулыҡ үҙенсәлектәре булған оло йәштәгеләрҙең яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акцияға быйыл 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин старт бирҙе.
Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акцияның сайтына теләктәр яҙылған 500-ҙән ашыу ғариза килде. Улар 28 февралгә хәтлем үтәлергә тейеш.
Читайте нас: