Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2020, 17:20

Балаларға Яңы йылға бүләге

Аҙна ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн уңышлы башланып китте. Бөгөндән уларға тәғәйен 5 мең һум аҡса күсә башланы. Иртәнсәк үк телефондарға социаль түләүҙең бирелеүе тураһында хәбәрҙәр килә башланы.

Аҙна ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн уңышлы башланып китте. Бөгөндән уларға тәғәйен 5 мең һум аҡса күсә башланы. Иртәнсәк үк телефондарға социаль түләүҙең бирелеүе тураһында хәбәрҙәр килә башланы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты йыл һайын үткәрелгән матбуғат конференцияһында ете йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәһенә 5 мең һум күләмендә Яңы йыл бүләге биреләсәге тураһында әйткәйне.
“Быйыл, сикләүҙәр сәбәпле, Яңы йыл шыршылары һәм башҡалар үткәрелмәй. Ә байрам ғәҙәти түгел, ул көтөү, киләсәккә өмөт менән бәйле. Дәүләттең балаларға бүләк эшләйәсәге хаҡында килештек. Ете йәшкә тиклемге барлыҡ балаларға 5-әр мең һум аҡса түләйәсәкбеҙ”, – тип белдергәйне Президент.
Быға тиклем Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 7 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәрҙе биреү тәртибе хаҡында аңлатҡайны. “Президент Указына ярашлы, Рәсәй Пенсия фонды, ғариза яҙҙыртмайынса, 7 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәһенә, уллыҡҡа, опекунлыҡҡа һәм попечителлеккә алғандарға берҙәм түләүҙе күсерәсәк. Ул һәр балаға 5 мең һум тәшкил итәсәк. Яңы түләүҙе 2020 йылдың 17 декабренә ҡарата балаһына 8 йәш тулмаған ғаиләләр аласаҡ”, – тип аңлатҡан Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте. Түләүҙе һорап ҡайҙалыр мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Пенсия фонды уны ғаризаһыҙ рәсмиләштерә. Ул яҙ һәм йәй балаларға түләүҙәр тураһындағы ҡарарҙар нигеҙендә аҡсаны күсерәсәк.
Ғариза бала 1 июлдән һуң донъяға килгән йә быға тиклем ата-әсәләр йыл дауамында Пенсия фонды биргән түләүҙәргә ғариза яҙмаған осраҡта кәрәк буласаҡ. Өҫтәүенә был осраҡта ата-әсәләр аҡса күсәсәк банк реквизиттарын күрһәтергә тейеш. Ғаризалар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә, йәғни өс ай ваҡыт бар әле. Бынан тыш, балаларға аҡса алып, артабан банк иҫәбе ябылған ата-әсәләргә лә ғариза яҙыу зарур. Ғаризаны дәүләт порталындағы шәхси кабинет йә Пенсия фондының клиент хеҙмәттәрендә яҙырға мөмкин.
Фото: inmozhaisk.ru
Читайте нас: