Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 21 декабргә мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 159 кеше тәшкил иткән.
Пандемия башланғандан алып республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны — 17 419 кеше. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Стационарҙа — 832 пациент, уларҙың 68-е – уртаса ауырлыҡтағы һәм ауыр хәлдә. Әлеге ваҡытта еңел формала сирләгән 2 750 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.