-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 10:45

Яңы йылда нисек ял итәбеҙ

Ғинуарҙа республикала йәшәүселәрҙе оҙайлы яңы йыл каникулдары көтә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.

Ғинуарҙа республикала йәшәүселәрҙе оҙайлы яңы йыл каникулдары көтә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – эшләмәгән байрам көндәре булып тора.
«2021 йылда 2 һәм 3 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тап килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2 ғинуарҙағы ял көнө — 5 ноябргә, 3 ғинуар 31 декабргә күсерелде», — тип белдерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында һәм 2020 йылдың 31 декабрендә эш көнөнөң бер сәғәткә ҡыҫҡарыуын өҫтәнеләр.
Шулай итеп, Яңы йыл каникулдары уңайынан 2021 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 , 8, 9 һәм 10 ғинуары эшләмәгән байрам һәм ял көндәре булып иҫәпләнә.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көндәре – 1 , 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуар отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Фото: sm-news.ru