Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 14:55

Сит ҡайғы булмай

Өфөлә “Төбәк лидерҙары” милли телевизион премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Премия лауреаттары бер нисә номинация буйынса билдәләнде. “Сит ҡайғы булмай” номинацияһында II урын пандемия осоронда мохтаждарға ярҙам иткән ирекмәнебеҙ Айгөл Вәлиеваға тапшырылды.

Айгөл Ислам ҡыҙы Вәлиеваның 6 кешенән торған командаһы ҡала халҡы мәнфәғәте өсөн эшләй. Тәүгеләрҙән булып, 2020 йылдың апреленән, белореттарға ярҙамға килә һәм аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләргә һәм эшенән ҡалғандарға бушлай икмәк тарата. Улар көн һайын халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең телефон һандарын кешеләргә еткерә, мохтаждарҙың хәлен белешә, шылтыратыуҙарҙы ҡабул итә һәм тиҙ арала ярҙам күрһәтә.
Барлыҡ шәхси эштәрен ситкә ҡуйып, ирекмәндәр рәтенә ҡушылған егет-ҡыҙҙар ҡалала йәшәгән 65 йәштән өлкән кешеләрҙең телефондарын социаль хеҙмәтләндереү үҙәге аша белеп, һәр ҡайһыһының хәлен һораша, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташый, коммуналь хеҙмәтен түләй.
Хәйер, был эш яҙҙан, пандемия башланған осорҙан бирле дауам итә. Әле команда аҙ тәьмин ителгәндәр, ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн кейем йыйып тарата.
“Беҙ - бергә, беҙ - эргәлә, беҙ фәҡәт яҡшыға ышанабыҙ! Беҙ булмаһаҡ, кемдәр? Бергә беҙ көс һәм бар һынауҙарҙы ла үтеп сығырбыҙ ” - ти әүҙем ханым.
Читайте нас: