Республикала яңы коронавирус инфекцияһы шарттарында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата түләү күләме икеләтә арттырылды. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған тейешле ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Әйтәйек, табиптарға смена өсөн 700 һум урынына – 1 400, урта медицина персоналына 350 урынына – 700, кесе медицина персоналына 150 урынына 350 һум түләнә, тиелә документта.
Үҙенсәлекле климатлы урындарҙа түләүҙәр өсөн район коэффициенты иҫәпләнә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо маҡсатҡа субсидия бүлә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй президенты яңы йыл байрамдарында коронавируслы пациенттар менән эшләгән табиптарға түләүҙе икеләтә арттырырға ҡушты.