Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте 2021 йылда IX һәм XI кластарҙың берҙәм дәүләт имтиханын, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыу тәртибе тураһында иғлан итте.
Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына инергә йыйынған уҡыусылар өсөн берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 31 майҙан 2 июлгә тиклем, берҙәм дәүләт имтиханының өҫтәмә осоро 12-17 июлдә үткәрелә. Был турала Мәғариф министрлығы башлығы Сергей Кравцов белдерҙе.
2021 йылда ағымдағы эпидемик хәлгә бәйле XI кластар һәм берҙәм дәүләт имтиханының башҡа ҡатнашыусылары, шулай уҡ IX кластар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ваҡытынан алда уҙғарыу осоро булмай.
Юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған сығарылыш класы уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтиханы урынына рус теленән һәм математиканан дәүләт сығарылыш имтиханын тапшырырға кәрәк.
Киләһе йылда база кимәлендәге математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы булмай.
XI кластар өсөн берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашырға мөмкинлек биргән йомғаҡлау иншаһы һәм изложение апрель уртаһында үткәрелә.
IX кластарға төп дөйөм белем тураһында аттестат ике мотлаҡ фән – рус теле һәм математика буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре нигеҙендә бирелә. 2021 йылда IX класты тамамлаусылар төп дәүләт имтиханында һайлау буйынса уҡыу предметтарынтапшырмай.
Рус теленән һәм математиканан дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы 2021 йылдың 24-28 майында була.
Имтихандар, быйылғы кеүек үк, коронавирусты иҫкәртеү саралары менән уҙғарыла.