Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 15:13

Автобуслы булдылар

"Мәғариф” милли проектына ярашлы, республика мәктәптәренә 70 автобус алынды.

"Мәғариф” милли проектына ярашлы, республика мәктәптәренә 70 автобус алынды.
“ГАЗель” һәм “ПАЗ” автобустары Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Ғафури, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Хәйбулла һәм башҡа райондарға, Ағиҙел, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларына тапшырылды. Шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығына ҡараған алты белем биреү ойошмаһы ла яңы автобуслы булды.
Ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы - “ПАЗ”, ә Шығай мәктәбе “ГАЗель” микроавтобуслы булды. Заман талаптарына тап килгән яңы техника ҡала яны биҫтәләренән, күрше ауылдарҙан уҡыусыларҙы ташыу мөмкинлеге бирә.
Яңы автобустарҙы тапшырыу сараһында республика Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары Ленара Иванова, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, район муниципаль һәм ҡала округтары хакимәттәре вәкилдәре, мәктәп директорҙары ҡатнашты.
Читайте нас: