-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 11:30

Өфөнөң төп яңы йыл шыршыһы – илдә иң бейеге

Өфөнөң Ленин майҙанындағы Яңы йыл шыршыһы – Рәсәйҙә иң бейеге. ТурСтат порталы быйыл иң бейек «ысын» яңы йыл шыршылары булған Рәсәй ҡалалары рейтингы менән таныштырҙы.

Өфөнөң Ленин майҙанындағы Яңы йыл шыршыһы – Рәсәйҙә иң бейеге. ТурСтат порталы быйыл иң бейек «ысын» яңы йыл шыршылары булған Рәсәй ҡалалары рейтингы менән таныштырҙы.
Мәскәүҙә Кремлдең Йәмиғ майҙанында, Санкт-Петербургта Һарай майҙанында һәм Өфөлә Ленин майҙанында Яңы 2021 йылға иң ҙур шыршылар урынлаштырылды.
«Ысын» яңы йыл шыршыһының бейеклеге буйынса тәүге ун ҡала иҫәбендә – Өфө (30 метр), Мәскәү (25 метр), Санкт-Петербург (25 метр), Сыктывкар (23 метр), Углич (Ярославль өлкәһе, 21 метр), Данков (Липецк өлкәһе, 20 метр), Владимир (18 метр), Брянск (13,5 метр), Череповец (13 метр) һәм Пенза (12 метр).
Рәсәйҙең күпселек ҡалаларында быйыл яһалма шыршылар ҡуйылды, улар араһында иң бейеге – Красноярскиҙа.
Рейтинг Рәсәй ҡалаларында яңы йыл шыршыларын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән.