Уҙған шәмбелә белореттар Ҡала һәм Металлургтар көнөн киң билдәләне. Ул ҡалабыҙҙың 257 йыллығына арналды һәм “Белоретым - сағыу аҫылташ!” исеме аҫтында үтте. Был көндө һәр кем күңеленә ятҡан байрам сараһын һайланы: кемдер ғаиләһе менән Белорет картиналар галереяһында Рәсәй һәм Башҡортостан рәссамдарының эштәре һәм М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейы тарафынан тупланған бай йыйылма менән танышырға теләһә, бәғзеләре ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында барған күргәҙмәләрҙе ҡарарға ашыҡты. Ә инде экстримды яратыусылар Стәрлетамаҡ КПП-һы эргәһендә уҙған мотокросс буйынса асыҡ шәхси беренселек көйәрмәндәре булды.
Байрамдың төп өлөшө иһә Металлургтар майҙанында уҙҙы. Ҡаланың шәхси эшҡыуарҙары мәғариф идаралығы алдындағы майҙандан алып төп байрам урынынаса балалар өсөн батут, төрлө уйын ҡоролмалары ҡуйып, туҡланыу урындары булдырғайны. Шар, уйынсыҡтар һатыусылар эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы “Виват” ирҙәр капеллаһы башҡарыуында “Белоретҡа гимн” яңғырағандан һуң, алып барыусылар сәхнә түренә муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, “Белорет металлургия комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Федоров, ҡала Советы рәйесе Евгений Кустов, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляковты саҡырҙы. Владислав Геннадьевич