Тәүге осрашыу һалымы буйынса 80 мең самаһы бурысы булған эшҡыуар менән план- лаштырылғайны. Әммә рейд ағзалары уны эш урынында осрата алманы. Эшҡыуар менән телефон аша бәйләнешкә инеп, мѳлкәтенә арест һалыныуы белдерелде. Әлбиттә, бындай сара ҡулланыу һуңғы алым булһа ла, иң һѳҙѳмтәлеһе һанала. Күп йылдар буйы туплаған мѳлкәтенән бер кемдең дә ҡолаҡ ҡаҡҡыһы килмәй, шуға күрә күптәр бурысын тиҙ арала ҡапларға тырыша. Ведомство хеҙмәткәрҙәре ер, транспорт, мѳлкәт һалымы булған бер нисә бурыслының милкенә тикшереү ҙә үткәрҙе. Бындай рейдтар һуңғы йылдарҙа йыш уҙғарыла. Бурыслыны урынында тап итмәгән осраҡта суд приставтары уға тиҙ арала бурысын түләү буйынса белдереү ҡалдыра.