Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 02:00

Изгелеккә тартыла сабый күңеле...

Бала күңеле ғәжәп һиҙгер. Һинең уға ҡарата мөнәсәбәтеңде, уйкисерештәреңде, хатта кемлегеңде тәү ҡараштан уҡ тойорға һәләтле ул. Оҙаҡ ваҡыт балалар баҡсаһына өйрәнә алмай йөҙәгән ҡыҙыбыҙҙы, мөдир менән кәңәшләшеп, икенсе төркөмгә күсерҙек. Беҙҙе нурлы йөҙлө, күңелгә майҙай яғылыр йомшаҡ ҡына тауышлы яңы тәрбиәсебеҙ ҡаршы алды. “Ҡайһылай ҙа матур ҡыҙ килгән төркөмгә, үт, бәләкәсем, үт әйҙә...” - оялып ҡына ҡарап торған ҡыҙыҡайҙы арҡаһынан һөйөп, етәкләп инеп киткән тәрбиәсенең, быға тиклем балалар баҡсаһын ғазап урынылай күргән сабыйҙы йәһәт кенә әүрәтә алыуына ғәжәпләнеп, бер ғауым ышанмай торҙом...

Бала күңеле ғәжәп һиҙгер. Һинең уға ҡарата мөнәсәбәтеңде, уйкисерештәреңде, хатта кемлегеңде тәү ҡараштан уҡ тойорға һәләтле ул. Оҙаҡ ваҡыт балалар баҡсаһына өйрәнә алмай йөҙәгән ҡыҙыбыҙҙы, мөдир менән кәңәшләшеп, икенсе төркөмгә күсерҙек. Беҙҙе нурлы йөҙлө, күңелгә майҙай яғылыр йомшаҡ ҡына тауышлы яңы тәрбиәсебеҙ ҡаршы алды. “Ҡайһылай ҙа матур ҡыҙ килгән төркөмгә, үт, бәләкәсем, үт әйҙә...” - оялып ҡына ҡарап торған ҡыҙыҡайҙы арҡаһынан һөйөп, етәкләп инеп киткән тәрбиәсенең, быға тиклем балалар баҡсаһын ғазап урынылай күргән сабыйҙы йәһәт кенә әүрәтә алыуына ғәжәпләнеп, бер ғауым ышанмай торҙом...
Эйе, ҡалабыҙҙың 3-сө һанлы “Ынйыҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Эльвира Сәлих ҡыҙы Сафуанованың бала йөрәген яулар өсөн бер яғымлы ҡарашы, наҙлы өндәшеүе лә етә шул. Кескәй күңел шундуҡ һиҙә - бар булмышынан йылылыҡ ипкене бөркөлгән матур апай янында өйҙәгеләй тыныс та, рәхәт тә...
...Завод эшселәре Роза һәм Рәшит Ғәрифуллиндарҙың татыу ғаиләләрендә наҙ-һөйөүгә сорналып үҫкән ҡыҙ тәрбиәсе һөнәренә үҫмер сағынан ғашиҡ. Орсоҡтай һеңлеһен етәкләп балалар баҡсаһына барған һайын был мөғжизәле илдә бар донъяһын онота ул. Һеңлеһе кеүек кескәй генә тиктормаҫтарҙың мәж килеүен ҡарап тороу үҙе бер кинәнес икән дәһә! Ҡайһылай көләкәстәр, ихластар, шуҡтар улар! Эх, бәләкәстәр менән геү килеп уйнарға, һәр береһен ҡосоп-ҡосоп яратырға ине! Көн дә шул уйҙар менән балалар баҡсаһы юлын тапаған үҫмер киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағын яҡшы белә хәҙер. Алдына ҡуйған маҡсатын тормошҡа ашырып, мәктәпте тамамлау менән Белорет педагогия училищеһының тәрбиәселәр әҙерләү бүлегенә, һис икеләнеүһеҙ, документтарын тапшыра...
“Мин һөнәр түгел, ә бала саҡ иленә бәхетле юллама һайланым. Әйтегеҙ әле, 40-50 йәшкә етеп, ниндәй эштә һеҙ көн һайын ҡурсаҡ уйнатаһығыҙ, зыу килеп машина “йөрөтәһегеҙ”, шаҡмаҡтарҙан бейек йорттар төҙөйһөгөҙ; “Аҡ тирәк, күк тирәк”, йәшенмәк һәм башҡа күңелле уйындар уйнайһығыҙ? Бындай бәхеткә бары тәрбиәсе генә эйә, шулаймы?!” - тигәйне ихлас йылмайып Эльвира Сәлих ҡыҙы. Ә тәрбиәсе һөнәренең ни тиклем ауыр, яуаплы булыуын хатта был өлкәлә эшләмәгәндәр ҙә белә бит. Ҡырҡ ата балаһын бер урынға туплап, көндәр буйы ығызығы, илау-көйһөҙләнеүҙәрҙе сабыр ғына ҡабул итеп, һәр сабыйҙың күңелен күреп, йыуатып тор әле! Бәлки, шуғалыр ҙа, бында осраҡлы кешеләрҙең булыуы мөмкин түгел. Балаларҙы эскерһеҙ яратҡан, улар тип йәнен фиҙа ҡылған, һәр береһен үҙ сабыйылай күргәндәр генә эшләргә һәләтле был өлкәлә. Эш сәғәтен тамамлап, үҙ донъяһына ҡайтһа ла, Эльвира Сәлих ҡыҙының уйлағаны, һөйләгәне - балалар баҡсаһы. 27 йыл бергә ғүмер иткән тормош иптәше Наил Ғилфан улы ла, ҡыҙы Әлиә, улы Айҙар ҙа күптән инде өйрәнеп-күнеп бөткән быға. Һәр береһе хәленән килгәнсе ярҙам итеп, уй-фекерҙәрен хуплап, дәртләндереп тора. “Ҡыҙым буласаҡ кейәүебеҙҙе таныштырырға тип ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан мәл ине. Матур итеп сәй табынында гәпләшеп ултырғандан һуң, күмәкләп балалар баҡсаһы өсөн күргәҙмә материалдар эшләргә тотондоҡ. Кейәүем дә аптырап торманы, беҙгә ихлас ярҙам итте”, - тип көлә һөйләшеү барышында Эльвира Сәлих ҡыҙы.
Тәрбиәсе һөнәренең бар асылын, мөһимлеген яҡшы тоя әңгәмәсем. Әсә ҡосағынан да айырылмаған кескәйҙәрҙе өр-яңы тормошҡа әҙерләү, йөрәктәренә изгелек орлоҡтары сәсеү, уратып алған мөхит менән таныштырыу, ғилем донъяһына тәүге һуҡмаҡтарҙы һалыу кеүек үтә яуаплы бурыстар ята уның иңендә. Шөкөр, Эльвира Сәлих ҡыҙына балаларын ышанып тапшырған атай-әсәйҙәр тәрбиәсенең эше, һөҙөмтәләре менән сикһеҙ ҡәнәғәт. Уның тарафынан ойошторолған йөмлә байрам-иртәлектәр бай йөкмәткеһе, эстәлеге менән айырылып тора. Йыр-бейеүгә маһирлығы, йор һүҙлелеге, үҙенә бирелгән ролдәрҙе һәләк оҫта башҡарыуы ла балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә йоғонто яһамай ҡалмай.
Төркөмгә килеп инеү менән теремек, шуҡ-шаян бәләкәстәрҙең үҙҙәрен өйҙәгеләй иркен, еңел тойоуы, гелән яратҡан апайҙарының янында өйөрөлөүҙәре күҙгә ташлана. Һис шикһеҙ, бала күңеле изгелеккә, яҡтылыҡҡа, йылылыҡҡа ғына тартыла...
Читайте нас