Бөгөн - республикала Сәләмәтлек көнө. Күптәр өсөн Яңы йылдың тәүге көнө сәләмәт тормош алып барыуҙан башланды.Кемдәрҙер йүгерҙе, икенселәр саңғыға баҫты, өсөнсөләре иһә ғаиләләре менән конькиҙа шыуа. Башҡортостан район-ҡалаларында Вәғәҙәләр йүгереүҙәре үтте. Сәләмәт тормош яҡлылар акцияға берҙәм ҡушылды.
Белореттар ҙа акциянан ситтә ҡалманы. Яңы йыл кросында муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, ҡала биләмәһе башлығы Кирилл Егупов һәм башҡа етәкселәр менән рәттән төрлө йәштәге белореттар ҡатнашты.
Әйткәндәй, былтырғы йыл менән сағыштырғанда кроста йүгереүселәр һаны алты тапҡырға күберәк булған.
Ә һеҙ Яңы йылдың тәүге көнөн нисек ҡаршы алдығыҙ?