Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Юлды ла ҡатын-ҡыҙ биҙәй

Республикала һуңғы йылдарҙа юл төҙөлөшөнә етди иғтибар бирелә. Төбәктең юл төҙөлөшө комплексын үҫтереүгә Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ла лайыҡлы өлөш индерә. Белорет идаралығы - “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы ҙур һәм тотороҡло эшләүсе предприятиеларҙың береһе.

Ул, район биләмәһенең юлдар селтәрен ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән бер рәттән, яңы юлдар, күперҙәр төҙөү, предприятиелар, социаль объекттар биләмәләрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Предприятиеның уңыштары коллективтың фиҙаҡәр хеҙмәтенә лә бәйле. Юлсылар йыл әйләнәһенә юлдар һәм инженерлыҡ ҡорамалдары һәр саҡ яҡшы, техник яҡтан төҙөк, заман талаптарына тура килһен, тип тырыша.
Юлдарҙың төҙөк, тәртиптә булыуында, яҙҙан көҙгә тиклем, трассала кәртәләрҙе (профиль) буяусы юлсы ҡатын-ҡыҙҙарҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығында буяу эше менән ике бригада шөғөлләнә. Береһе Инйәр-Межгорье, ә Александр Владимирович Аверьянов бригадаһы иһә Белореттан Межгорьеға тиклем, Учалы, Магнитогорск, Үҙәнбаш трассаларын хеҙмәтләндерә. Юл хеҙмәткәрҙәре Рәйлә Сәйфетдинова, Ләйсән Хәсәнова, Гөлфирә Зәйнуллина, Илнара Баталова, Рәзилә Сәйфуллина, Айгөл Азаматова, Ләйсән Хәликановалар тырышлығы менән матурланған трассаларҙан меңәрләгән автомобиль елдерә. Хеҙмәткәрҙәр йәйге селләгә лә, ямғырға ла ҡарамай, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп башҡара. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар менән бригадирҙары Александр Владимирович та ҡыуанып бөтә алмай.
Читайте нас