Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 17:45

Зауыҡлы биләмәләр йылыны йомғаҡ яһалды

2020 – Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә республика муниципалитеттарында 180 саҡрым тротуар һалынған, 330 мең квадрат метр газон булдырылған, 8 мең яҡтыртҡыс ҡуйылған. Был хаҡта Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

2020 йылда республикала 103 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Бөрө, Ишембай, Бәләбәй ҡалаларында Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса конкурста еңгән проекттар тормошҡа ашырылған.
“Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә 380 ихата төҙөкләндерелгән. Республика программаһы буйынса 2180 подъезд йүнәтелгән. 1452 күп фатирлы йортта капиталь ремонт яһалған.
“Таҙа һыу” проекты буйынса Өфө районында һәм Стәрлетамаҡта ике һыу үткәреү объекты төҙөлөшө дауам итә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас: